

Йәйге каникул етте.
Бик тырышып уҡыныҡ,
Йыл һиҙелмәй ҙә үтте.
Рәхәтләнеп ял итәбеҙ,
Йоҡоно туйҙырабыҙ.
Баҡсаны ла онотмайбыҙ –
Сығып сүбен утайбыҙ.
Еләк тә үҫә баҡсала,
Ап-аҡ сәскәләр атҡан.
Мин сығыуға ысыҡ менән
Биттәрен йыуып ҡуйған.
Төптәреңде йомшартайым,
Еләктәрең күп булһын.
Ҡайнатмалар бигерәк тәмле,
Банкалар тулып торһон.
Рушана ҒИЛМАНОВА.
Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.