+19 °С
Ясно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
8 Июня , 07:35

Халыҡ һынамыштарына күҙ һалайыҡ

Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр.Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.

Халыҡ һынамыштарына күҙ һалайыҡХалыҡ һынамыштарына күҙ һалайыҡ
Халыҡ һынамыштарына күҙ һалайыҡ

Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.
Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағас­та ҡорһа, ямғырлы була.
Июнь айы йылы булһа,мул уңыш­ҡа өмөтләнегеҙ.
Ямғырҙан һуң йәй­ғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы торасаҡ.
Төндә йәшен йыш булһа, мул уңыш көт.
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.
Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
Июндә томан йыш булһа, бәшмәк ныҡ уңыр.

Ә һеҙҙең үҙегеҙҙең күҙәтеүҙәрегеҙ буйынса йәйҙең тәүге айы нисек буласаҡ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, дуҫтар.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас