

* Бигерәк тә имән ағасы хәүефле, сөнки уның тамырҙары бик тәрәндә булғас, йәшенде үҙенә тарта.
* Баҫыуҙа ҡалһағыҙ, ер сатнаған урындан алыҫ китегеҙ. Белгестәр ерҙең ярыҡтарын да «Йәшен ояһы» тип атай, сөнки улар йәшен утын еңел үткәрә.
* Йылғанан алыҫ тороғоҙ.
* Йәшен ялтлағанда кисеү аша сыҡмағыҙ.
* Ағас-ниһеҙ ялан урында ҡалһағыҙ, ергә ултырығыҙ ҙа, башығыҙҙы ике тубыҡ араһына йәшереп, йәшен үткәнсе ҡымшанмағыҙ. Ямғыр үткәс тә тороп китергә ашыҡмай йәнә 20 минут ултырығыҙ.
* Юлда булһағыҙ, машина эсенән сыҡмағыҙ, ишек тотҡаһына теймәгеҙ.
* Өй эсендә саҡта һауыт-һаба йыумағыҙ, һыу менән булашмағыҙ.
* Телевизор ҡарамағыҙ, һүндереп, өҫтөнә сепрәк ябығыҙ.
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан.