

2. Ҡыяр, сельдерей, салат һәм башҡа япраҡлы культуралар өсөн дә юғары дымлылыҡ ҙур әһәмиәткә эйә: дымлылыҡ – 85-90 процент.
3. Борсаҡ кеүек үҫемлектәр өсөн иң ҡулай дымлылыҡ – 70-80 процент. Помидорҙар тупраҡтың дымлы булыуын ярата, ә һауа дымлылығы уртаса 60 процент булһа, бик яҡшы.
4. Етерлек дым юҡ икән, кәбеҫтә күсәнләнмәй, редис ағас кеүек ҡата һәм сәскә ата, помидорҙа сәскәләр ҡойола, тәме әсе була.
5. Иртә өлгөрөүсе сорттар, һуң өлгөрөүселәргә ҡарағанда, һыуҙы нығыраҡ ярата.