Уҡыусылар баҡсаға көн һайын килә, түтәлдәрҙәге ҡый үләндәрен утай, һыу һибә. Кишер, картуф, сөгөлдөр, һуған ултыртҡандар икән. Кәбеҫтәләре ҙур урынды биләй. – Быйыл да мул уңыш алырға ине. Бының өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ, – ти йәш баҡсасылар.