+19 °С
Ясно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
13 Июля , 07:14

Көҙгә тиклем барасаҡ

Дуҫтар, иҫке ҡағыҙ йыйыу буйынса Бөтә Рәсәй "БумБатл" акцияһына ҡушылығыҙ.

Көҙгә тиклем барасаҡКөҙгә тиклем барасаҡ
Көҙгә тиклем барасаҡ

Ул "Экологик именлек" милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. 

Был акцияла балалар баҡсалары, мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары, компаниялар, ғаиләләр һәм илдең һәр кешеһе ҡатнаша ала.

Акция ике йүнәлеште үҙ эсенә ала: иҫке ҡағыҙ йыйыу буйынса ярыш (шәхси, ғаилә һәм коллектив иҫәп, шулай уҡ төбәктәр рейтингы) һәм «Бәйләнештә», «Синыфташтар» социаль селтәрҙәрендә ижади яҙмалар конкурсы.

Нисек ҡатнашырға?
Ҡалағыҙҙа иҫке ҡағыҙ тапшырыу мөмкинлеген асыҡлағыҙ.
БУМБАТЛ.РФ сайтында теркәлегеҙ.
Иҫке ҡағыҙ йыйығыҙ, үлсәгеҙ һәм һөҙөмтәне фотоға төшөрөгөҙ.
Шәхси кабинетығыҙҙа форманы тултырығыҙ һәм #бумбатл #экосистема #нацпроектэкоблагополучие хештегтары менән пост яҙығыҙ.

Икенсел сеймал йыйыу йомғаҡтары 2026 йылдың 13 ноябрендә яһала, ә ижади посттар йыл әйләнәһенә миҙгелдәр буйынса ҡабул ителә.

Ҙур экологик хәрәкәткә ҡушылығыҙ, дуҫтар.

Фото һәм мәғлүмәт: https://mintrud.bashkortostan.ru/ 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас