+34 °С
Ясно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
27 Июля , 06:19

Экологик слет уҙҙы

Яңыраҡ Стәрлебаш районындағы «Авангард» уҡыу-методик үҙәгендә йәш тәбиғәт һаҡсыларының ҙур экологик слеты үтте. Финалда Башҡортостандың 24 муниципалитетынан, Луганск Халыҡ Республикаһынан, шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһынан (дистанцион) командалар ҡатнашты.

Экологик слет уҙҙыЭкологик слет уҙҙы
Экологик слет уҙҙы

Ярыштар «Бел һәм өлгөр» тигән практик-теоретик тур рәүешендә үтте. Унда урмансылыҡ мәктәптәре өсөн – ағастарҙы таныу, урман флораһы, биология, приборҙар буйынса, ә йәш экологтар өсөн «Урман робинзондары», «Йәш териологтар», «Башҡортостандың ҡурсаулыҡтары» кеүек һынауҙар инде.

Шәхси этапта ҡатнашыусылар энтомология, орнитология, ботаника, тупраҡ белеме, гидробиология (экологтар өсөн) һәм урман таксацияһы, ботаника, тупраҡ белеме (урмансылар өсөн) буйынса ялан тикшеренеүҙәре үткәрҙе.

Еңеүселәр:

Экологтар: I урын — Борай районы, Боайҙағы 2-се гимназия,

 II — Дүртөйлө ҡалаһы, 1-се мәктәп,

III — Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Урмансылар: I урын — Әбйәлил районы, Асҡарҙағы 1-се мәктәптең «Йәшел урман» урмансылығы,

 II — Луганск Халыҡ Республикаһының «Возрождение» үҙәге уҡыусылары,

III — Нуриман районы, Яңы Күл мәктәбе.

Фото: education.bashkortostan.

Экологик слет уҙҙы
Экологик слет уҙҙы
Экологик слет уҙҙы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас