+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
7 Августа , 11:56

Әбйәлилдең йәш урмансылары

Яңыраҡ Стәрлебаш районында йәш экологтар һәм урмансыларҙың республика слёты үтте. Был күләмле сара «Беренселәр хәрәкәте»нең гранты ярҙамында ойошторола. Слётта республикабыҙҙың 24 районынан командалар, шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһынан йәш урмансылар ҡатнашты. Еңеүселәр араһында Әбйәлил районы вәкилдәре лә бар ине.

Әбйәлилдең йәш урмансыларыӘбйәлилдең йәш урмансылары
Әбйәлилдең йәш урмансылары

– Балалар шәхси номинацияларҙа ла ярышты. Йәш урмансыларҙы – урман таксацияһы, урман патологияһы, дендрология һәм тупраҡ ғилеме буйынса, ә йәш экологтарҙы ботаника, гидробиология, энтомология, орнитология һәм тупраҡ ғилеме буйынса һынау көтә ине. Бәйгеселәргә үҙ аллы ялан тикшеренеүҙәре үткәрергә, улар­ҙың һөҙөмтәләре буйынса отчёт әҙерләргә һәм жюри ағзалары алдында төрлө һорауҙарға яуап табырға кәрәк булды. Беҙҙекеләр һынатманы.
Быйыл, төп номинациянан тыш, һәр кем үҙенсәлекле блиц-турнирҙа ҡатнашты: туп­раҡ белгестәре – геология буйынса, ә зоологтар һәм гидробиологтар ихтиология буйынса һорауҙарға яуап тапты. Ботаниктар – микология буйынса, урман патологтары – дөйөм энтомология буйынса, ә таксаторҙар урман патологияһы буйынса белемдәрен һынаны. Шулай уҡ «Эко-уңыш: һинең экологик киләсәккә юлың» оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Уны слётта ҡатнашыусы XI синыф уҡыусылары һәм жюри ағзалары әҙерләгән. Сара бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Балалар үҙҙәренең уңышҡа табан барыу юлдары хаҡында һөйләне, остаздарға ихлас күңелдән рәхмәттәрен еткерҙе һәм слётта ҡатнашыусыларға файҙалы кәңәштәрен бирҙе. «Рәсәй һәм донъя мәктәптәрендә кино дәрестәре» проек­ты буйынса «Ел йыры» тигән иҫ киткес фильм ҡаранылар. Әйткәндәй, был кино Башҡортостандың төрлө мәктәптәренән балаларҙың иҫке ҡағыҙ тапшырып йыйған аҡсаһына төшөрөлгән, — ти етәкселәре Мәүлиҙә Мәхийәнова.
Был ярышта еңеүсе Радмир Абдуллин, Лиана Динисламова, Нәғим Нафиҡов сығарылыш синыф уҡыусылары икән. Анастасия Безбородова Х синыфта белем ала.
«Йәшел ур­ман» түңәрәгенә йөрөүселәр балалар баҡсаларында, китапханаларҙа сығыш яһай, төрлө кон­курс­тарҙа әү­ҙем ҡатнаша, ғилми-тикшеренеү эштәрен яҡлай, урмандарҙы һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге буйынса буклеттар сығара, мәҡәләләр яҙа.
– Урмансылыҡҡа кем теләй, шул йөрөй ала. Улар ағас ултыртыу йәки урман таҙартыу өмәләрендә генә ҡатнашып ҡалмай, үҙҙәрен төрлө яҡлап аса. Команда составындағы һәр кем беренсе булды, — ти ғорурлыҡ менән 1-се Асҡар урта мәктәбенең «Йәшел урман» ойошмаһына 20 йыл етәкселек иткән Мәүлиҙә Камил ҡыҙы Мәхийәнова.
Мәктәп урмансылығы балаларҙы илһөйәр рухта тәрбиәләгән, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятҡан ойошма булараҡ әһәмиәтле. Шулай уҡ уҡыусылар төрлө сараларҙа сығыш яһарға, эштәрен яҡларға, аралашырға өйрәнә.
– Һәр еңеүебеҙ – минең генә хеҙмәт емеше түгел, күмәк эш һөҙөмтәһе. Беҙ «Әбйәлил урмансылығы» хеҙмәткәр­ҙәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ, улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, – ти Мәүлиҙә Камил ҡыҙы. – Район мәғариф бүлегенә, 1-се Асҡар урта мәктәбе етәкселегенә, директорыбыҙ Миләүшә Йәғәфәр ҡыҙы Ямаловаға һәм синыф етәкселәренә һәр башланғысты хуплап тороуҙары өсөн рәхмәт!

Әбйәлилдең йәш урмансылары
Әбйәлилдең йәш урмансылары
Әбйәлилдең йәш урмансылары
Әбйәлилдең йәш урмансылары
Әбйәлилдең йәш урмансылары
Әбйәлилдең йәш урмансылары
Әбйәлилдең йәш урмансылары
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас