

Республика балалар экология-биология үҙәге тәрбиәләнеүселәре («Ҡурсаулыҡтар дуҫтары» берекмәһе) Абхазияла үткән «Ижад ярҙары» исемле халыҡ-ара күп жанрлы конкурс-фестивалдең лауреаттары булды. Ойоштороусы — «АРТИСТ» фестиваль хәрәкәте.
Әмир Ғәрәев (2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп йүнәлешле гимназяһы), Игорь Ширяев (Өфө ҡалаһының 118-се мәктәбе), Азалия Ниғмәтуллина һәм Сөләймән Хафизов (Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты) составындағы команда «Зубрҙар тураһында риүәйәт» тигән театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте. Унда «Мураҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында Беловежье шырлығынан килтерелгән зубрҙар тураһында һүҙ бара. Ҡурай тауыштары, «Беловежье шырлығы» йыры, фәнни факттар һәм халыҡ риүәйәттәре бергә үрелеп бара. Сценарий авторы — педагог Оксана Сәйфетдинова, костюмдарҙы Әлфиә Кучукова булдырған, музыкаль биҙәлеш — Илдар Нуриев. Был спектакль «Ҡурсаулыҡ һаҡсылары риүәйәттәре» проекты сиктәрендә Президент мәҙәни инициативалар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды.
Коллективтың ҡаҙаныштары:
«Театр сәнғәте» номинацияһында I дәрәжә лауреат дипломы һәм почетлы кубок;
Иң яҡшы ир-ат роле — Игорь Ширяев (диплом һәм кубок);
Халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн махсус диплом.
Бынан тыш, ҡатнашыусылар ижади оҫтаханаларға һәм жюри ағзалары менән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты, тамашаны камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр алды. Ә иң мөһиме: яҡташтарыбыҙҙы коллективты БДБ илдәренең халыҡ-ара ижади проекттары суперфиналына саҡырҙылар, ул октябрҙә Санкт-Петербургта үтәсәк.
Әмирҙе, Игорҙы, Азалияны, Сөләймәнде һәм уларҙың остаздарын был яҡты уңыш менән ҡотлайбыҙ! Яңы еңеүҙәр һәм илһам теләйбеҙ!
Фотолар һәм мәғлүмәт: https://vk.ru/education.bashkortostan