+26 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
5 Сентября , 15:05

Сентябрь – йәй менән хушлашыу айы

Сентябрь – йәй менән хушлашыу айы, уның тәүге яртыһы йәйгә тартым була, халыҡ әйткәнсә, йәй китергә теләмәй, көҙ үҙ хоҡуҡтарына инмәй: йәй менән көҙ ҡосаҡлашып йөрөй...

Сентябрь – йәй менән хушлашыу айыСентябрь – йәй менән хушлашыу айы
Сентябрь – йәй менән хушлашыу айы

Ҡояш та әле офоҡтарҙан һүрән һәм кәйефһеҙ баҡмай, йыш ҡына салт аяҙ көндәр менән ҡыуандыра.
Халыҡ календары буйынса сентябрь көҙбағыр – көҙгә бағыусы, һарығай – һарғайыусы ай тип тә йөрөтөлә. Уның илаҡ ай, алтынай – алтын ай, эңер иртә төшкәнгә «йыл кисе» кеүек атамалары ла бар. Боронғо Римдә сентябрь етенсе ай иҫәбендә йөрөгән, шул һан менән аталған да.
Сентябрҙә көҙ һулышы ныҡлап һиҙелә: үләндәр һарғая, ерҙә ята, сәскәләр таждарын түбән эйеп, орлоҡ етештерә. Һалҡын иртәләр йышая, ап-аҡ ҡырауҙар төшә. Тупраҡҡа тәүге ныҡлы ҡырау төшөү йәй үткәнде аңлата. Урмандар һары ҡашмау кейә – ағас япраҡтары, һары төҫтөң төрлө төҫмөрҙәрен алып, йәшеллеген юя.
Күктәге ҡабарынҡы аҡ болоттарҙы ауыр һорғолт-ҡара болоттар офоҡҡа ҡыҫырыҡлай башлай. Ҡайһы ваҡыт ялҡытҡыс, йонсот­ҡос ваҡ ямғыр һибәләй. Хатта иркенләп китеп, ул көноҙонона һуҙыла. Ел ыжғыра, ел һыҙғыра...

Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас