+20 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
7 Сентября , 07:50

Беренселәр картуф йыя

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының быйыл беренсе синыфҡа килгән уҡыусыларын маҡтағандан маҡтағы килә. Ҡалай уңған, тырыш икән үҙҙәре!

Беренселәр картуф йыяБеренселәр картуф йыя
Беренселәр картуф йыя

Мәктәпкә барғансы ололарға баҡсала ла ярҙам итеп өлгөргәндәр. Улар тәбиғәттең сыуаҡ, ҡоро көнөндә картуф йыйыу эшендә әүҙем ҡатнашҡан. Беренсе уҡытыусылары Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова уларҙың эш мәлендәге фотоларын беҙҙең редакцияға ла ебәрҙе. Әле һеҙ һүрәттә Рушана Вәлитованы, Самир Аяҙғоловты, Вилена Ғәлимованы һәм Илина Ғәлләмованы күрәһегеҙ.
Беҙ ҙә мул уңыш биргән йәй миҙгеленә рәхмәт әйтеп, беренселәргә белем тауҙарына үрмәләгәндә тик ыңғай, тигеҙ юлдарҙан барыуҙарын теләйбеҙ.



Беренселәр картуф йыя
Беренселәр картуф йыя
Беренселәр картуф йыя
Беренселәр картуф йыя
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас