

Ағас баштарын тарай.
Ҡояш апай йәшеренгән,
Болот артынан ҡарай.
Өйрөлөп оса япраҡтар,
Ағастар моңһоуланған.
Урман-ҡырҙар, һуҡмаҡтар
Һары келәм ябынған.
Ҡоштарым да юл алдылар –
Оса йылы яҡтарға.
Һаубуллашып ҡарап ҡалдым,
Ҡулым болғап ҡаҙҙарға.
Көҙҙөң дә үҙ матурлығы,
Моңһоуланмайым бер ҙә.
Һәр атҡан таңға ҡыуанып,
Йәшәйем тыуған ерҙә.
Һары япраҡ, һары һағыш
Баҫмаһын күңелеңде.
Һәр айҙың үҙ матурлығы,
Йылмай һин, ҡыуан әле!
Рушана ҒИЛМАНОВА, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы,
Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика
интернат-лицейы.