

Был айҙа ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.
Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.
Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.
Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғайһа – һуң килер.
28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр.
Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.
Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.