+17 °С
Ясно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
12 Сентября , 06:10

Афарин, беренселәр!

Фотолағы был ҡыҙҙар һәм малайҙар - Әбйәлил районы Ташбулат мәктәбенең I синыф уҡыусылары. Әле яңы ғына мәктәп тупһаһына тәүләп аяҡ баҫҡан кескәйҙәр бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡытыусылары Миңзәлә Әхмәт ҡыҙы Абдуллина менән бергә "Рәсәй һыуы" Бөтә Рәсәй экологик акцияһына ихлас ҡушылған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Афарин, беренселәр!Афарин, беренселәр!
Афарин, беренселәр!

Күмәкләшеп Ташбулат ауылындағы Ҡарабалыҡты күлен сүп-сарҙан таҙартып, ҙур эш башҡарған улар.

-Тәбиғәтте һаҡлау, таҙартыу һәр беребеҙҙең изге бурысы. Шуға ла өмә үткәрергә ҡарар иттек. Уҡыусыларым ҙур теләк менән эшкә тотондо. Дәррәү булғас, "Һә" тигәнсе башҡарып сыҡтыҡ. Күл буйы таҙарып, тирә-яҡ йәмләнеп ҡалды. Беренселәрҙән булып башлаған эшебеҙҙе, моғайын, дауам итеүселәр күп булыр, - ти уҡытыусылары Миңзәлә Әхмәт ҡыҙы.

Афарин, беренселәр! Һәр ваҡыт беренсе булығыҙ! Тырышып уҡығыҙ, изге эштәр генә ҡылығыҙ!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас