+2 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
10 Апрель 2019, 12:51
500 меңде кем алыр?
Төбәктә эскелек бөтөрмө? Әле һәр ауылда ялған араҡы һатып аҡса эшләгән әллә нисә нөктә бар. Ҡайһы саҡта уҡыусы балаларҙың да ошо «бизнес»ҡа ҡушылып китеүе бөтөнләй аптырата. Йәғни өлкәндәр өйҙә булмағанда, улар ҙа һатып алыусыға бер ярты ҡойоп бирергә бер ҙә уңайһыҙланмай. Ғаилә «бизнес»ы…
Эскелек сәскә атһа ла, айыҡ тормошто үҙ иткән йәштәр ҙә бик күп ул беҙҙә. Иҫерткес эсемлекһеҙ туйҙар үткәреүселәр, дин юлынан барыусылар байтаҡ, Аллаға шөкөр. Һуңғы ваҡытта эскелеккә ҡаршы көрәш республика кимәлендә лә иғлан ителде. Әле бына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Айыҡ ауыл» конкурсын башланыуы тураһында белдерҙе. Ул ике этапта үтәсәк. Тәүгеһе 10 апрелдән 31 авгусҡа тиклем райондарҙа була. Һәр ауыл ҡатнаша ала. Республика этабында иһә төбәктәрҙә еңеүсе ауылдар араһында ярыш ойошторола. Ул 30 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Еңеүселәр республика хөкүмәтенең дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк. I урынға – 500 мең, II урынға – 250 мең, III урынға – 150 мең һум. Аҡса ауылды үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 12 майға тиклем
[email protected]
. Адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Әлбиттә, урындағы етәкселәргә,
әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә эскелеккә ҡаршы ныҡ ҡына көрәшергә тура килер.
«Берәү бөтәһе өсөн, бөтәһе берәү өсөн»; «берҙәмлектә көс» әйтемдәренең асылын
күрәбеҙ инде. Булыр, Алла бирһә 500 меңде алыусы ауыл. Ярышты күҙәтеп барайыҡ.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...