+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
2 Октябрь 2019, 18:56

Көсөктәрҙе кем үлтергән?

11 эт көсөгөн үлтергәндәр?! Кемдәр, тиһегеҙме? Үҫмерҙәр! Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған был ҡурҡыныс хәл тураһында ишетмәгән кеше ҡалмағандыр.

Республиканан ситтә лә белделәр. Хайуандарҙы ҡанһыҙ рәүештә үлтергән был малайҙарҙы, атай-әсәйҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк тип, урындағы йәмәғәтселәр ҡултамғалар йыя. Ләкин ваҡиға бик буталсыҡ, имеш-мимештәр күп, ысынлап та, полицияһыҙ осона сығырлыҡ түгел. Өҫтәүенә, көсөктәр төйәк иткән ташландыҡ йортта янғын сыға. Әле Стәрлетамаҡта прокуратура һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эшләй. Кем ғәйепле, берәүҙәр әйтмешләй, көсөктәрҙең өҫтөнә стена ишелеп төшөп үлтергәнме әллә малайҙар уларҙы петарда шартлатып, язалағанмы – бөтәһе лә асыҡланыр.

Нимә генә тимә, утһыҙ төтөн сыҡмай инде ул. Әгәр, ысынлап та, бәләкәй генә йән эйәләрен үҫмерҙәр үлтергән икән... Был башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Шул тиклем ҡанһыҙ балалар бармы икән ни беҙҙең республикала? Ышанғы килмәй. Төркөмдә берәүҙәре шундай насар холоҡло булһа, бүтәндәрен дә артынан эйәртмәҫ, тимә. Күмәк булғанда үҫмерҙәр бер-береһен ҡотортошоп, бер нимәнән дә ҡурҡмай ҡыланған була. Ни ҡылғандарын да белмәйҙәр. Ә аҙаҡтан үкенеү һуң булыуы бар.
Читайте нас: