-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
20 Ноябрь 2019, 19:05

Иҫән-һау табылһындар ине

Атай-әсәйҙәрҙең бер-береһен аңламауы арҡаһында ниңә балалар зыян күрергә тейеш?!

Бөгөн, Бала хоҡуҡтарын яҡлау көнөндә, өлкәндәр ошо мәсьәлә тураһында нығыраҡ уйланһын ине.
Өфөлә йәшәгән Мазовтар ғаиләһе менән булған хәл тураһында бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙҙер инде. Үҙ-ара аңлашмаусанлыҡ килеп тыуғас, атай кеше, Вячеслав Мазов, 5 һәм 8 йәшлек ике улын алып, өйҙәренән сығып китә лә эҙһеҙ юғала. 26 октябрҙән бирле уларҙы полиция һәм ирекмәндәр эҙләй. Таба алмайҙар, бер ай булып килә инде...
Бөгөн республиканың Эске эштәр министрлығынан Мазовтарҙы табырға ярҙам итерлек мәғлүмәт биреүсегә 500 мең һум аҡса тапшырыласағы тураһында хәбәр иттеләр. Инде ҡар яуҙы, һыуыҡтар башланды. Ҡайҙарҙа ғына икән бәләкәй малайҙар? Ни булһа ла, иҫән-һау табылһындар ине.
Читайте нас: