-8 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
5 Декабрь 2019, 14:05

"Комендант сәғәте"н оҙайталар

Башҡортостанда "комендант сәғәте"н оҙайтырға уйлайҙар.

Әле балиғ булмағандарға төнгө сәғәт 10-дан таңғы 6-ға тиклем атай-әсәйҙәренән башҡа урамда йөрөргә ярамай. Йәйҙәрен иһә, 1 майҙан 30 сентябргә тиклем, төнгө 12-гә тиклем үҙҙәренә генә йәмәғәт урындарында, урамда булырға мөмкин ине. Әммә был ваҡытты оҙайтып, төнгө 11-ҙән өйҙә генә ултытырға кәрәк, тиҙәр. Сөнки бер нисә йыл элек йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартҡас, иртәрәк ҡараңғы төшә башланы.
Константин Толкачев әйтеүенсә, «комендант сәғәте»н оҙайтыуҙы һорап, йәмәғәтселектән, педагогтарҙан, атай-әсәйҙәрҙән, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан мөрәжәғәттәр булған. Депутаттар был туралағы ҡанун проектын тиҙҙән ҡараясаҡ.
Әйткәндәй, үҫмерҙәр өсөн «комендант сәғәте» иң беренсе булып Башҡортостан ҡануниәтенә индерелгән, һуңынан ғына Рәсәйҙә таралған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, был сараның һөҙөмтәһе ҙур: үҫмерҙәр араһында енәйәтселектең кәмеүе күҙәтелә. Ике балалар колонияһының береһе кәрәкмәү сәбәпле ябылған. Шулай ҙа үҫмерҙәргә ҡарата иғтибарҙы кәметергә ярамай, уларҙың тәртибен, ҡанундарҙы үтәүен күҙәтеп барырға кәрәк.
Читайте нас: