+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
11 Декабрь 2019, 19:00

Мәктәптәрҙә буллинг күҙәтелә

Республика мәктәптәрендә буллинг мәсьәләһе бар.

Етмәһә, уҡыусылар бер-береһен генә түгел, балаларҙы уҡытыусылар ҡыйырһытҡан осраҡтар ҙа теркәлә. Был Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә асыҡланған.
Ошо йылдың февралендә республиканың Йәмәғәт палатаһы буллингты булдырмауға йүнәлтелгән «Яҡын бул» тигән проектты тормошҡа ашыра башланғайны, ул киләһе йылдың февраленә тиклем дауам итәсәк. Эш төркөмө етәксеһе – Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе Лида Исергәкова: «Буллингты профилактикалау буйынса һәр мәктәптә йылына бер сара булһа ла үткәрелергә тейеш», – тине.
Нимә һуң ул буллинг? Коллективта бер кешенең икенсе берәүҙе үсекләүе, кәмһетеүе, ҡыйырһытыуы, юрамал яла яғыуы, хатта ҡул күтәреүе. Һине кемдер ҡыйырһыта икән, үҙеңде нимәләлер ғәйепле тип һынарға ярамай, йомолоп та ҡалмаҫҡа кәрәк. Ярҙам һорап, атай-әсәйеңә, уҡытыусыңа, мәктәп психологына мөрәжәғәт ит. Белем усағында бындай осраҡтарҙың сәбәбен асыҡлап, насар эҙемтәләргә килтереүенә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: