-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
24 Ғинуар 2020, 14:10

12 йәшлек һеңлеһенә сәнскән...

Интернет селтәренән яңылыҡтарҙы асып ҡараған һайын ҡот осорлоҡ хәбәрҙәрҙе уҡып, аптырауға ҡалаһың.

Кисә Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге мәктәп коридорында VI синыфта уҡыған ҡыҙ 12 йәшлек ике туған һеңлеһенә сәнскән. Йәрәхәтләнгән баланы шунда уҡ дауаханаға алып киткәндәр. Әлеге ваҡытта уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
Прокуратура балиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуын иҫкәртеүгә яуаплы органдарҙың, мәктәп хеҙмәткәрҙәренең эшен тикшерәсәк.
Әлегә был ҡыҙҙарҙың ғаиләләре, психик һаулыҡтары тураһында беҙгә билдәле түгел. Ҡайһы бер балаларҙың шул тиклем агрессив булып үҫеүенең сәбәптәре нимәлә? Әлеге фажиғә нимәнән килеп сыҡан? Тикшереү һөҙөмтәһендә бөтәһе лә асыҡланыр.
Читайте нас: