Ҡанун проектын эске эштәр министры хуплаған инде, артабан юстиция министрлығы ҡараясаҡ. Документ буйынса тәмәке тартҡан баланы тотһалар, ата-әсәһенә иҫкәртеү, штраф янай. Әммә эксперттар бының менән килешмәй, был ғына мәсьәләне хәл итмәйәсәк, тәмәкегә хаҡты арттырып, уҡыусыларҙың буш ваҡытын файҙалыраҡ итеп үткәреүгә күберәк иғтибар бирергә кәрәк, тиҙәр икән. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?