-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
3 Февраль 2020, 18:10

Снюс һатҡан өсөн штраф!

Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып балиғ булмағандарға снюс, вейп, кальян һатыуҙы сикләү тураһында ҡанун ҡабул ителде.

Штраф күләме лә билдәле булды. Граждандарға – 3 – 5 мең, етәкселәргә – 30 – 40 мең, ойошмаларға – 150 – 200 мең.
Әйткәндәй, бер грамм снюста 5-тән 20 миллиграмғаса никотин була. Был ғәҙәти сигарет менән сағыштырғанда 5 – 55 тапҡыр күберәк! Өҫтәүенә, наркотик матдәләр ҙә ҡушыуҙары бар: кеше снюсҡа тиҙерәк өйрәнһен өсөн.
Һәр кем үҙенең һаулығы, киләсәге тураһында ҡайғыртырға тейеш.
Читайте нас: