Яҡындан күрмәһәгеҙ ҙә, социаль селтәрҙәр аша фотоларын ҡарағанығыҙ барҙыр инде. Хәйер, эш унда ла түгел: Өфөлә ҡыҙҙарҙың таныш булмаған кешеләрҙе фатирҙарына эйәртеп индереүҙәрендә. Һөҙөмтәлә, әсәләренең ҡиммәтле биҙәүестәре юғалған.
Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике йәш ҡатын-ҡыҙ мәктәптән ҡайтып килеүсе балаларға эйәреп, әсәйеңдең әхирәте беҙ, тип алдап, фатирға инә. Береһе бәҙрәфкә бара, икенсеһе һыу һорап эсә. Ә хужабикә сменала тәүлек буйы эштә була. Ҡайтҡас, ҡыҙы уға дуҫтары килеүе тураһында әйтә. Ҡатын үҙенең ювелир әйберҙәре юғалғанын асыҡлай.
Икенсе осраҡта ла шундай уҡ сценарий буйынса эш итә яуыз бурҙар. Ҡыҙыҡай әсәһенә «әхирәттәре» килеүе тураһында бер нисә көндән һуң ғына әйтә. Был ҡатындың да алтындары юғалған була. Ике зыян күреүсе лә полицияға хәбәр итә, икеһенең бергә 100 меңлек әйберен урлағандар бит, тимәк, тегеләр ниндәй фатирға инһәләр, табыш аласаҡтарын алдан белгән булып сыға. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бурҙар икеһе лә - 25 – 30 йәштәрҙә. Белеүселәр булһа, полицияның дежур бүлектәренә йәки 102 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.
Ватсап аша был турала хәбәрҙәр булғайны инде. Эске эштәр министрлығы ла мәғлүмәтте раҫлай. Балаларға таныш булмаған кешеләр менән һағыраҡ булырға кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫкәртергә кәрәк.