+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
6 Февраль 2020, 18:55

Ҡыҙын туҡмаған өсөн – төрмә

Бүрәт Республикаһында садист-атайҙы 3 йыл да 7 айға иркенән мәхрүм иткәндәр.

Ул юҡ ҡына сәбәптән ҡыҙын туҡмаған, ҡайыш менән дә һуҡҡан, ҡул күтәргән, өҫтәлгә башын бәргән... Ә бер ваҡыт тышҡа сығарып, машинаһы алдынан йүгерергә ҡушҡан, үҙе тиҙлекте арттырған. Әстәғәфирулла тәүбә!
Бала мәктәптә күгәргән ерҙәре тураһында, уйнағанда бәрелдем, тип алдаған. Әммә бер көндө синыфташы уны атаһы туҡмауы тураһында әйткәс, педагогтар полицияға мөрәжәғәт итә.
Бына шундай хайран ҡалырлыҡ хәлдәр ҙә була икән. Балалар шәхси әйбер түгел, ә йәмғиәтебеҙҙең тулы хоҡуҡлы вәкилдәре икәнен аңлағанмы икән теге ир? Уны «атай» тип әйтергә тел дә әйләнмәй.
Читайте нас: