+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
18 Февраль 2020, 18:04

«Комендант сәғәте»н оҙайтмаҡсылар

Башҡортостанда "комендант сәғәте"н оҙайтырға уйлайҙар. Әле балиғ булмағандарға төнгө сәғәт 10-дан таңғы 6-ға тиклем атай-әсәйҙәренән башҡа урамда йөрөргә ярамай.

Йәйҙәрен иһә, 1 майҙан 30 сентябргә тиклем, төнгө 12-гә тиклем үҙҙәренә генә йәмәғәт урындарында, урамда булырға мөмкин ине. Әммә был ваҡытты оҙайтып, төнгө 11-ҙән өйҙә генә ултытырға кәрәк, тиҙәр. Сөнки бер нисә йыл элек йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартҡас, иртәрәк ҡараңғы төшә башланы.
Константин Толкачев әйтеүенсә, «комендант сәғәте»н оҙайтыуҙы һорап, йәмәғәтселектән, педагогтарҙан, атай-әсәйҙәрҙән, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан мөрәжәғәттәр булған.
Әйткәндәй, үҫмерҙәр өсөн «комендант сәғәте» иң беренсе булып Башҡортостан ҡануниәтенә индерелгән, һуңынан ғына Рәсәйҙә таралған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, был сараның һөҙөмтәһе ҙур: үҫмерҙәр араһында енәйәтселектең кәмеүе күҙәтелә. Ике балалар колонияһының береһе кәрәкмәү сәбәпле ябылған. Шулай ҙа үҫмерҙәргә ҡарата иғтибарҙы кәметергә ярамай, уларҙың тәртибен, ҡанундарҙы үтәүен күҙәтеп барырға кәрәк.
Депутаттар «Республикала бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы ҡанунға үҙгәрештәрҙе 27 февралдә үтәсәк пленар ултырышта ҡараясаҡ.
Читайте нас: