+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
26 Февраль 2020, 13:00

Ун йылдан ғына табылған

Көн һайын тиерлек балаларҙың юғалыуы тураһындағы мәғлүмәттәргә юлығабыҙ.

Кисә Шишмә ҡасабаһында 11 йәшлек малайҙы эҙләнеләр. Телефонын өйҙә ҡалдырған, үҙе йыйған аҡсаһын алған. Ниҙер яҙған да, тиҙәр. Ярай әле уны тиҙ арала Өфөлә таптылар.
Һуңғы йылдарҙа балаларҙы интернет аша "24 сәғәткә юғал" тигән ниндәйҙер мәғәнәһеҙ уйын уйнарға ҡоторталар. Уйнайҙар бит. Яҡындары был ваҡыт эсендә ниҙәр кисеререн уйламайҙар ҙа. Хәүеф-хәтәрҙән дә ҡурҡмайҙар. Ә бит бер нисә йылға урланған аяныслы яҙмышлылар ҙа бар. Мәҫәлән, 13 йәшлек Таня атаһы һәм уның икенсе ҡатыны менән йәшәй. Был уға оҡшамай һәм эс серҙәрен мәктәптең ҡарауылсыһына һөйләй. Уныһы ҡыҙҙы өйҙән ҡасырға өгөтләй. Һөҙөмтәлә, үҫмер ун йылға тотҡонлоҡҡа эләгә. Шул уҡ ирҙең йоҡо бүлмәһендә бикле тотола. Йылдар үтеү менән ҡарауылсы Таняны ваҡ йомоштар менән урамға сығара башлай. Ҡыҙ бер бәләкәй магазин хужаһына исемен әйтә һәм ярҙам итеүен һорай. Шунан һуң ғына ун йыл буйы йәшереп тотолған ҡыҙҙы ҡотҡаралар. Ҡот осҡос...
Читайте нас: