2019 йылда шундай 16 осраҡ теркәлгән, 6-һы үлем менән тамамланған. Денис Чернятьев фекеренсә, үҫмерҙәр араһында токсикоманияның был төрө таралыуына газлы ҡабыҙғыс һәм баллондарҙың иркен һатылыуы ла сәбәп булып тора. Депутаттарға был әйберҙәрҙе 18 йәше тулмағандарға һатыуҙы тыйыу тураһында мәсьәләне ҡарарға кәрәктер. Шулай уҡ сауҙа итеүселәр балиғ булмағандарға һатҡан өсөн яуап бирергә тейеш.