Республика Башлығы Радий Хәбиров быны тикшереп, тейешле саралар күрергә ҡушты. Атап әйткәндә, «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә тәртипһеҙ малайҙар йыш ҡына балаларҙы ҡурҡытҡан, туҡмаған. Хәҙер хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсаты менән сауҙа үҙәктәрендә полиция, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре көнө буйы дежур итәсәк. Балалар үҙҙәре генә магазин ҡыҙырып йөрөһә, ата-әсәләренә ҡарата тейешле саралар күреләсәк.