"Үҙизоляция режимын боҙоусылар бөтәһе лә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Был турала һәр кем белеп торһон һәм аҙаҡтан үҙ бурыстарын үтәгән хеҙмәткәрҙәргә үпкәләмәһен ине. Ҡурҡытырға тырышыу түгел был, ә объектив кәрәкле сара. Үҙизоляция режимы һәр кемгә ҡағыла", - тине бөгөнгө коронавирусҡа арналған брифингта Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт хәүефһеҙлегенең ведомство-ара советы секретаре Алексей Касьянов.
Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова белдереүенсә, көндөҙгө 13 cәғәткә тиклем һәм киске 18 сәғәттән һуң йәмәғәт урындарында осраған бала өсөн ата-әсәһенә 15 мең штраф һалынасаҡ. Режимды боҙоу тағы ҡабатланһа, күберәк түләргә тура киләсәк.
Ҡотолғоһоҙ афәт - коронавирус инфекцияһының Рәсәйҙә иң аҙған ваҡыты етә. Өфөлә лә хәлдәрҙең ниндәй икәнен белеп торабыҙ. Әле иң яҡшыһы - үҙизоляция режимын боҙмай ғына өйҙә ҡалыу. Өйҙә яҡшыраҡ.