Был енәйәтселәр иреккә сығарылғас та, даими күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Уларға интернет менән файҙаланыуҙы һәм бәлиғ булмағандар менән аралашыуҙы тыйылған кәрәк. Анна Кузнецова был турала ил Президентына яҙған йыллыҡ отчет докладында белдергән. Һуңғы ике йылда балаларҙы көсләү осраҡтары 14 процентҡа тиерлек артҡан. Докладта яҙылыуынса, енәйәтселәрҙе электрон ҡоролмалар-браслеттар аша күҙәтергә мөмкин. Ҡаҙағстанда, Австрияла, Польшала, Америка Ҡушма Штаттарында был тәжрибә ҡулланыла ла инде. Бала хоҡуҡтары вәкиле белдереүенсә, әлеге сара бүтән балаларҙы хәүефтән һаҡлар ине.