-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
31 Май 2020, 09:38

16 йәшлек үҫмер 9 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйған...

Был фажиғә тураһында, бәлки, яҙмаҫҡа ла булыр ине. Әммә ҡалғандарға һабаҡ булмаҫмы, тибеҙ. Таныш кешеһенә, күршеһенә ҡарата ҡот осҡос енәйәт ҡылыусы ҡәбәхәттәр тураһында насар хәбәрҙәр ишетелеп тора бит.

Воронеж өлкәһенең бер ҡасабаһында ла шундайыраҡ фажиғә булған. Ҡыҙ алты балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән. 25 майҙа ата-әсәһе балаларҙы ҡалдырып, балыҡҡа киткән. Иртәгәһенә ҡайтыуҙарына бәләкәс өйҙә булмаған, уны һәр ваҡыттағыса өләсәләрендә йоҡлаған, тип уйлағандар. Әммә кисенә өләсәй ейәнсәренең уларға килмәүен әйтә. Иртәгәһенә ауыл советы хакимиәте башлығы полиция саҡырта. 28 майҙа ҡыҙҙың үлек кәүҙәһен ташландыҡ өйҙә табалар. Баланы эҙләүҙә 16 йәшлек үҫмер ҙә ҡатнаша, үҙен сәйерерәк тота. Ул апаһы тәрбиәһендә ҡалған, коррекцион интернат-мәктәптә уҡый. Үҙизоляция ваҡытында ҡасабаға ҡайтарылған була. Тикшереү барышында алыҫ туған тейешле үҫмерҙең ҡыҙҙы иң һуңғы булып күргәне асыҡлана. Енәйәтсе ғәйебен таный, енси мөнәсәбәткә инеүҙән баш тартҡан өсөн баланың ғүмерен ҡыйғанын әйтә. Бығаса полицияла иҫәптә тормаған, әммә урлашҡаны билдәле. Апаһы тәрбиәһендә үҫеүе, коррекцион белем усағында уҡыуы шик тыуҙыра. Опека органдарының, полицияның күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш булғандыр инде ул. Хәҙер ауыр енәйәттән һуң төрлө яҡлап тикшерерҙәр ҙә, язаһын да бирерҙәр. Ә 9 йәшлек кенә баланың ғүмерен генә ҡайтарып булмаясаҡ. Теге үҫмер иҫәпкә алынып, уның менән профилактик эш алып барылған булһа, ҡот осҡос енәйәт, бәлки, ҡылынмаҫ ине.
Читайте нас: