+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
3 Июнь 2020, 18:40

Ҡыҙҙы әсәһенең күҙ алдында урлағандар

Ике ғашиҡ өйләнешә. Һөйөү сәскәһе булып матур балалары тыуа. Ул атаһы менән әсәһенең наҙлы ҡарашын күреп, яратыуын тойоп бәхетле бала саҡ илендә йәшәргә тейеш түгелме? Әммә...

Ҡайһы бер ата-әсә был турала икенсе төрлө уйлап, бөтәһен дә үҙ мәнфәғәттәренән сығып ҡына хәл итә лә ҡуя шул. Ниндәйҙер сәбәптәр менән айырылалар, шунан баланы ике яҡҡа тартҡылай башлайҙар. 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Ижевский ҡалаһында булған хәл дә шуға оҡшаш, ахырыһы. Биш йәшлек ҡыҙыҡайҙы әсәһе менән юл аша сығып барғанда ир кеше урлап (әгәр шулай тип әйтеү дөрөҫ булһа), машинаһына ултыртып алып ҡаса. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ул бәләкәстең үҙенең атаһы булырға тейеш. Был турала Удмурт Республикаһы Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Әле енәйәт эше асылған, ҡыҙҙы эҙләйҙәр.
Читайте нас: