+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
11 Июнь 2020, 03:49

Алты йәшлек ҡыҙҙы... һыуға ырғытҡан

Һуңғы арала балаларға ҡарата ҡылынған ҡот осҡос енәйәттәр бигерәк күбәйеп китте түгелме?

Ошо көндәрҙә Өфөлә бер Төркиә гражданының бергә йәшәгән ҡатынының 10 йәшлек ҡыҙына ҡарата енәйәт ҡылғаны тураһында мәғлүм булды. 38 йәшлек ир йыл дауамында бәләкәс балаға ике тапҡыр бәйләнгән. Әсәһе был турала белеп ҡалғас та полицияға мөрәжәғәт иткән. Уйлап ҡараһаң, күпме ҡыҙ балаларҙың үгәй атаһынан йәки әсәһенең икенсе иренән зыян күреүе билдәле. Ә Ҡырымда яңыраҡ бигерәк ауыр енәйәт ҡылынған. Бер ир балыҡҡа алты йәшлек ҡыҙын да алып барған булған. Иптәштәре менән эскәндәр. Бала иғтибарҙан ситтә ҡалған. Араларында берәү бәләкәсте өйөнә оҙатып ҡуйырға булған, әммә юлда көсләп, һыуға ырғытҡан... Ҡыҙҙың кәүҙәһен һуңынан ҡотҡарыусылар таба. Енәйәтсе бығаса ла хөкөм ителеп, бер йыл элек кенә төрмәнән сыҡҡан булған. Был әҙәмгә нисек ышанып, ҡыҙын уның менән ебәргәндер атаһы?! Яҡын ғына танышы булғанғалыр инде, әммә ҡаты яңылышҡан. Хәҙер уға ла балаһын хәүефле хәлдә ҡалдырғаны өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Ә балаһын юғалтыу - үҙенә ғүмерлек яза, ғазап. Бындай ғибрәтле хәлдәр бүтән ҡабатланмаһын ине.
Читайте нас: