+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
23 Сентябрь 2020, 23:25

Үҫмерҙәргә газ тоҡандырғыстар һатылмаясаҡ

Башҡортостанда депутаттар балиғ булмағандарға шыйыҡ газ тултырылған тоҡандырғыстарҙы һатыуҙы тыйыу тураһындағы ҡанунды ҡабул итте.

Бынан һуң үҫмерҙәргә улар һатылмаясаҡ, тиҙҙән һатҡан өсөн штраф индереү ҙә ҡараласаҡ. Барыһы ла балалар токсикоманияһы менән бәйле. Ил буйынса газ менән ағыуланған балалар етерлек, Башҡортостанда ла үлем осрағы теркәлгәне булды.
Был ҡанун менән үҫмерҙәрҙе тиҫтерҙәре араһында таралған сниффинг тигән бәләнән, йәғни токсикоманияның бер төрөнән ҡотҡарырға теләйҙәр.Ҡәҙерле дуҫтар,һеҙгә насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торорға, ваҡыттарығыҙҙы күберәк файҙалы шөғөлдәргә бүлергә кәңәш итәбеҙ.
Фото: яндекс.
Читайте нас: