+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
15 Ғинуар 2021, 12:38

Үҙемдең балам!

Үткән йәй көнө Благовещенда төшөрөлгән видео халыҡты аптыратҡайны: ишек алдында бер ҡатын 8 йәшлек балаһын беләгенән ныҡ итеп тотоп тора, бер аҙҙан атаһы килеп малайҙың эсенә ныҡ итеп һуға һәм ике яҡлап елтерәкләтеп алып китәләр.

Шаулашҡанды ишеткән кешеләр был хәлде видеоға төшөрөп ала. Уларҙың тәнҡитләүенә әсә кеше: "Үҙемдең балам!"- тип яуап бирә. Нисек инде, үҙеңдең балаңды шулай туҡмарға ла яраймы ни?! Уның ғаиләлә матур итеп тәрбиәләнергә хоҡуғы бар бит.
Видео буйынса тикшереү комитеты һәм күҙәтеү органдары эшләй. Балаларына ҡул күтәргәндәре, ҡаты бәғерлелек күрһәткәндәре өсөн ир менән ҡатынға суд алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Был ваҡиға кемдер видеоға төшөргән өсөн киң танылыу алды. Ә ғаиләләрендә өлгө урынына ғибрәт күреп үҫкән бүтән балалар ҙа бар бит. Улар алдында өлкәндәр һүгенә, иҫерткес эсемлектәр эсә, һүҙ менән, көс ҡулланып рәнйетә. Атай-әсәйҙәр балаларының үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләнеүен онотмаһын ине.
Фото: runaruna.ru
Читайте нас: