-4 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
17 Февраль 2021, 14:45
Балаларға ҡарата буллинг осраҡтары бар
Нимә һуң ул буллинг? Коллективта бер кешенең икенсе берәүҙе үсекләүе, кәмһетеүе, ҡыйырһытыуы, юрамал яла яғыуы, хатта ҡул күтәреүе.
Башҡортостанда һуңғы өс йылда балаларға ҡарата 28 буллинг осрағы теркәлгән. Был турала бөгөн Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның сираттағы ултырышында билдәле булды. Әммә рәсми һандар ғына был өлкәләге ысынбарлыҡты сағылдырмай, шуға ла, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, үҫмерҙәргә ҡарата буллинг һәм кибербуллинг осраҡтарын булдырмау һәм асыҡлау өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланырға кәрәк.
"Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың 40 проценты бер тапҡыр булһа ла буллинг йәки кибербуллингҡа дусар булыуы билдәләнгән", - ти мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Һине кемдер ҡыйырһыта икән, үҙеңде нимәләлер ғәйепле тип һанарға ярамай, йомолоп та ҡалмаҫҡа кәрәк. Ярҙам һорап атай-әсәйеңә, уҡытыусыңа, мәктәп психологына мөрәжәғәт ит. Белем усағында бындай осраҡтарҙың сәбәбен асыҡларға, насар эҙемтәләргә килтереүенә юл ҡуймаҫҡа тейештәр.
Бөтә Рәсәй Берҙәм балалар ышаныс телефоны ла һеҙҙең ҡарамаҡта: 8-800-2000-122. Шылтыратыу бушлай, аноним һәм конфиденциаллек һаҡлана.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...