-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
18 Февраль 2021, 12:44

Язаһын аласаҡ

Өфөнән 17 йәшлек үҫмерҙе Сахалинда судҡа биргәндәр.

Ул үткән йылдың апрелендә интернетта дистанцион дәресте өҙөү программаһын тапҡан. Шул уҡ ваҡытта был программала Южно-Сахалинскиҙағы бер мәктәп уҡыусыһы ла булған һәм ЗУМ платформаһында барған химия дәресен өҙөү ниәте менән тиҙ генә Өфө малайына онлайн-конференцияның логинын һәм паролен яҙған. Уныһы дәрескә ингән дә порнографик видеояҙма ебәргән. Был турала Сахалин тикшереү идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Енәйәт эше буйынса суд булырға тейеш. Хәҙер 17 йәшлек үҫмергә ҡылығы өсөн яуап бирергә тура киләсәк. 2-6 йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре бар. Терһәк яҡын да бит, тешләп булмай шул...
Фото интернеттан.
Читайте нас: