+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
30 Март 2021, 15:39

70 меңгә тиклем штраф һалынасаҡ!

Башҡортостанда депутаттар балиғ булмағандарға шыйыҡ газ тултырылған тоҡандырғыстарҙы һатыуҙы тыйыу тураһында ҡанун сығарғайны инде. Әле уларҙы һатҡан өсөн штраф һалыу тураһында ҡанун проектын ҡабул иткәндәр.

Граждандарға 3-4 мең штраф һалынһа, ойошмалар өсөн ул 50-70 меңгә тиклем етәсәк. Барыһы ла балалар токсикоманияһы менән бәйле. Ил буйынса газ менән ағыуланған балалар етерлек, үлем осраҡтары ла бар.
Яңы ҡанун менән үҫмерҙәрҙе һуңғы йылдарҙа ныҡ таралған сниффинг тигән бәләнән, йәғни токсикоманияның бер төрөнән ҡотҡарырға теләйҙәр. Газ тоҡандырғыс тип кенә ҡарамағыҙ, үлем менән янай был әйбер.
Фото: stolica-s.su
Читайте нас: