Балиғ булмағандарға шыйыҡ газ тултырылған тоҡандырғыстарҙы һатыуҙы тыйыу тураһында ҡанун сығарылғаны тураһында яҙғайныҡ инде. Ә штраф күпме буласаҡ һуң? Граждандарға – 3-4 мең, юғары вазифа биләгәндәргә – 20-25 мең, юридик шәхестәргә – 30-40 мең һум.
Тәүге ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән газ тоҡандырғыстарҙың балаларға зыяны барҙыр, тип, бәлки, кемдер уйлап та бирмәйҙер. Үҫмерҙәр уны һуңғы йылдарҙа токсикоманияның бер төрөнә әйләндергән бит.