Быйыл йәй Төмәндә булған фажиғә бөтә илде тетрәндерҙе. 8 йәшлек ҡыҙ 30 июндә уйнарға сыҡҡан еренән ҡайтмай. 19 августа ғына кәүҙәһе табыла. Енәйәтсе тотолған. Ул - 40 йәшлек ир. Ғәйебен таныған. Әйтеүенсә, 30 июндә ҡыҙҙы фатирына алдатып индергән булған. Шул уҡ көндө үлтереп, кәүҙәһен ай ярым һыуытҡыста һаҡлаған... Тәүбә.
Әйткәндәй, Төмәндә 1997 йылдан бирле 9 бала юғалған, өсөһөнөң генә кәүҙәһе табылған. Атай-әсәйҙәр маньяк түгелме икән, тип ҡурҡа.
"Хәүефһеҙ бала саҡ" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, юрист Андрей Крамарский, ҡайһы берәүҙәрҙең, балалар ҡарауһыҙ булғанға юғала, тигән фекере менән килешмәй. Ғаиләләрҙең 70 процентының балалары "ҡарауһыҙ", сөнки атай-әсәйҙәр эштә. Әгәр һин өйҙә һәм үҙеңдең балаңды етәкләп йөрөтә алаһың икән, күршеңдекенә лә күҙ-ҡолаҡ бул. Андрей Крамарский тиҙ арала балаларҙы маньяктарҙан һаҡлау сараларын күрергә саҡыра.
- Балаларҙы өйҙән сығармау - мөмкин булмаған нәмә. Енәйәтсене танырға өйрәтеүе лә ҡыйын, сөнки улар ситтән ҡарағанда шул тиклем һәйбәт күренә. Ата-әсәһе ярҙамында бала түңәрәк һыҙып, унда иң яҡын кешеләрен генә индерергә тейеш. Ҡалғандар - ситтәр. Таныш йәки формала булһалар ҙа. Тағы балалар мәктәптән өйгә ҡайтҡан юлға камералар ҡуйырға кәрәк. Улар уҡырға билдәле бер юлдан йөрөй бит, әйҙәгеҙ, бөтә Рәсәйҙә шул маршруттарҙы өйрәнәйек тә эште камера ҡуйыуҙан башлайыҡ, - тип белдергән ул "Известия" гәзите редакцияһына.
Фото: blitznews.ru