Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
21 Октябрь 2022, 15:08

"Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр? Хәбәр ит!"

Рәсәйҙә "Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр? Хәбәр ит!" акцияһының икенсе этабы бара. Ул 28 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Эске эштәр министрлығы халыҡты битараф булмаҫҡа, наркоманияға ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерергә саҡыра. Наркотик менән һатыу иткән, ошо ағыуҙы һаҡлаған кешеләр, наркопритондар тураһында нимә лә булһа беләһегеҙ икән, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә - (347)279-39-02 - һәм ышаныс телефонына - (347)279-32-92 - шылтыратып әйтегеҙ. Был хәбәрҙәр мотлаҡ тикшереләсәк. Конфиденциаллек һаҡлана.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: