+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
17 Декабрь 2022, 13:30

Автомобиль урлаған

Мәләүез районында полицияға бер ир автомобиле юғалыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. 

Енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ инспекторҙары менән бергә юғалған ВАЗ 21113 автомобилен Ишембай районында таба. Шунда уҡ бурлыҡта ғәйепләнеүсе лә тотола. Ул быға тиклем хөкөм ителгән 17 йәшлек үҫмер булып сыға. Автомобилде һүтеп, таныштарына запас частарын һатып аҡса эшләргә ниәтләгән икән. Фараз буйынса ул ошо насар уйы менән Мәләүезгә махсус рәүештә барған. Автомобилде күп фатирлы йорттоң ишек алдынан алып ҡасҡан. 

Урлау осрағы буйынса енәйәт эше асҡандар. 

Энә урлаған да бур, дөйә урлаған да бур, ти халыҡ мәҡәле. Бурлыҡ - хурлыҡ. Был егет ниңә шундай юлға баҫты икән? 

Фото: https://02.мвд.рф. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: