Республика етәкселеге лә бөтә муниципалитеттарҙың социаль хеҙмәттәренә имен булмаған ғаиләләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ҡуша. Рейдтар үткәреләсәк. Был, әлбиттә, эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләргә ҡағыла. Бәләкәй балалар ҡарауһыҙ ҡалыуы ихтимал.
Шулай уҡ Яңы йыл каникулы ваҡытында аҙыҡ-түлек менән ағыуланыу, төрлө тән йәрәхәттәре алыу осраҡтары ла күп теркәлә. Петардалар, пиротехника шартлатҡанда һаҡ булырға кәрәк. Кешеләр бер-береһенә, күршеләренә иғтибарлы булһын ине. Күршегеҙҙә бала илаған тауыш ишетелһә, битараф ҡалырға ярамай. Ғауға ҡупҡанын белһәгеҙ, полицияға шылтыратырға була, кем белә, бәлки, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып ҡалырһығыҙ...
Оҙайлы ял көндәре хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен.
Фото: yandex.