-10 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
17 Апрель 2023, 15:40

Һаулығың - үҙ ҡулыңда!

Депутаттар балиғ булмағандарға вейп һатыуҙы тыйыу тураһында ҡанун ҡабул итте.

Һаулығың - үҙ ҡулыңда!
Һаулығың - үҙ ҡулыңда!

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин белдереүенсә, вейп һатыусылар балаларҙың һаулығына зыян килтергән әйбер менән аҡса эшләргә тейеш түгел. Ошоға бәйле уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлауҙа ярҙам һорап, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҙә күп тапҡыр мөрәжәғәт иткән.

Вейп һатыуҙы тыйыу тураһында ҡанун ҡабул ителгәс, уны балиғ булмағандарға һатҡан өсөн административ яуаплылыҡ та арта. Айырым һатыусыларға – 300 меңгә тиклем, юридик ойошмаларға 600 мең һум штраф һалынасаҡ.

Үҫмерҙәрҙең, йәштәребеҙҙең һаулығын ҡаҡшата, хатта яҡты донъянан алып китә торған ағыулы ҡатнашмалар тураһында ишеткәнегеҙ  барҙыр инде. Был сәйнәй йәки һура торған наркотикта (шулай тип атаһаң да була) никотин бер сигаретҡа ҡарағанда әллә күпме тапҡырға күберәк дозала була икән, шуға бер тапҡыр тәмләп кенә ҡарағандан да ағыуланып, дауаханаға эләккән үҫмерҙәр күп.

Шуныһы аяныслы: был ағыу  эре сауҙа үҙәктәрендә лә, интернет аша ла иркен һатылды. Һатыусыларға ни, кем алһа ла барыбер, уларҙы бер кемдең дә һаулығы ҡыҙыҡһындырмай: аҡса ғына булһын. Үҫмерҙәргә берәмләп тә биргәндәр.

Һәр кем үҙенең һаулығын ҡайғыртһын, сәләмәт тормош алып барһын, матур ҡаптарға һалып һатылған, составында никотин һәм беҙгә билдәһеҙ тағы әллә нимәләр һалынған ҡатнашмаларҙан һаҡ булһын ине. Вейптағы шыйыҡлыҡ составында ауыр металдар, бүтән химик матдәләр бар. Улар организмды ағыулап, төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килтерә.

Фото:yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: