Урамда таныш булмаған кешенең үтенесенә ышанырғамы, етмәһә ҡараңғы ваҡытта? Өфөнөң Дим районында бер үҫмер ышанған... Дуҫы менән эскәмйәгә барып ултырыуҙары була, яндарына өс егет килә лә береһе телефон һорай. Әммә гаджетты ҡулына эләктергәс, номер йыйған кеше булып, артҡа сигенә башлай. Телефонын тотторған үҫмер һиҙенеп, кире биреүен һорай, әммә уға йоҙроҡ ҡына эләгә, өҫтәүенә битенә ниҙер һиптерәләр.
Дуҫы ярҙам эҙләп йүгерә һәм, бәхеткә күрә, ЮХХДИ инспекторҙарына тап була. Хоҡуҡ боҙоусылар тотола, ғәйептәрен таныйҙар. Язаларын алырҙар.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса күп енәйәттәр, насар эштәр тәүлектең ҡараңғы ваҡытына тура килә. Һаҡ булығыҙ, дуҫтар. Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн комендант сәғәте индерелеүен дә иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Әле ул төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем дауам итә. Көҙөн былай ҙа иртә ҡараңғы төшә, саф һауала йөрөү өсөн яҡтыраҡ ваҡытты һайлаһағыҙ ине.
Фото: Яндекс.