Константин Толкачев белдереүенсә, ҡанун проекты мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәһендә тартҡан өсөн ҙурыраҡ күләмдә штраф һалыуға йүнәлтелгән.
Илдә тартҡан балалар һаны артҡандан-арта бара. Әле статистика буйынса өлкән синыф уҡыусыларының 60 проценты ошо насар ғәҙәтте үҙ итеп алған. Был электрон сигареттар менән дә бәйле. Дәүләт Думаһы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, быға ҡаршы көрәш алып барырға, штраф ҡына етмәй, профилактик эш тә кәрәк. Яуаплылыҡҡа тарттырыу йәшенә еткән үҫмерҙәрҙе йыйылышта, синыф сәғәтендә тикшерергә.
Яңы ҡанун ҡабул ителһә, штраф 2 – 3 меңгә артасаҡ.
Фото:culture.