Ул урамда табып алған банк картаһы менән түләп, ике магазинда 2 мең 500 һумлыҡ аҙыҡ-түлек алған булған. Хәҙер ни хоҡуҡ һаҡсылары өсөн бурҙы асыҡлау бер ни түгел. Был үҫмерҙе лә тоталар. Ата-әсәһенә карта хужабикәһенә тотонолған аҡсаны ҡайтарырға тура килгән. Енәйәт эше дауам итә.
Республиканың тикшереү идаралығы белдереүенсә, сит кешенең банк картаһынан аҡса урлау ауыр енәйәттәр төрөнә ҡарай һәм бының өсөн 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай. Сит кеше аҡсаһын банкомат аша алыу, икенсе иҫәпкә күсереү, интернет селтәрендә әйбер һатып алыу, кеше картаһы менән магазиндарҙа түләү — бөтәһе лә урлау тип квалификациялана. Енәйәтсе язаға тарттырыла. Бурлыҡ — хурлыҡ!
Фото: yandex.