Яңыраҡ республиканың бер районында синыфҡа яңы килгән ҡыҙҙың дауаханаға эләгеүе тураһында яҙҙылар. Был хәл тураһында республика прокуратураһына билдәле булды. Баҡһаң, бер ҡыҙ әллә нисә тапҡыр яңы синыфташының башына һуҡҡан булған икән. Тикшереү эше бара.
Нимә һуң ул буллинг? Коллективта бер кешенең икенсе берәүҙе үсекләүе, кәмһетеүе, ҡыйырһытыуы, юрамал яла яғыуы, хатта ҡул күтәреүе. Һине кемдер ҡыйырһыта икән, үҙеңде нимәләлер ғәйепле тип һынарға ярамай, йомолоп та ҡалмаҫҡа кәрәк. Ярҙам һорап, атай-әсәйеңә, уҡытыусыңа, мәктәп психологына мөрәжәғәт ит. Белем усағында бындай осраҡтарҙың сәбәбен асыҡлап, насар эҙемтәләргә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш.
Фото: yandex.