-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
29 Ноябрь , 17:05

Ике көн магазинда йәшенгән

12 йәшлек малайға ике көн буйы магазиндың һөт бүлегендә йәшниктәр артында йәшенергә тура килгән.

Ике көн магазинда йәшенгән
Ике көн магазинда йәшенгән

Әсәһе уның юғалыуы тураһында икенсе көнөнә генә хәбәр иткән. Бала үгәй атаһынан ҡасҡан булған. Тикшереү комитеты асыҡлауынса, малайҙы ошо йылдың майынан бирле ыҙалатҡан: туҡмаған, хатта иренен йыртҡан һәм уны үҙе тегеп маташҡан, һалҡын бинала йоҡларға мәжбүр иткән. Быға тиклем дә хөкөм ителгән ирҙе ҡулға алғандар, уға ҡарата енәйәт эше асылған. Малайҙы иһә социаль учреждениеға урынлаштырғандар. Тикшереү эше бара. Был хәл Кемерово өлкәһендә булған.

Үгәй атайҙан ошолай этлек күргән балалар бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы... 

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: