Бөтә яңылыҡтар
Төнгө урам
4 Февраль 2025, 10:17

Үҫмерҙәр ағыуланған

Республикала өс үҫмер ныҡ ағыуланып дауаханаға эләккән.

Үҫмерҙәр ағыуланған
Үҫмерҙәр ағыуланған

Был турала  Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса  идаралығы етәксеһе полковник Александр Солдатов белдергән. Ҡала хакимиәтендә балиғ булмағандарҙың көслө тәьҫир итеүсе дарыуҙарҙы рецептһыҙ алып ҡулланыуы менән бәйле мәсьәләгә арналған кәңәшмә үткән. 

Интернетта балаларҙы бындай препараттарҙы ҡулланырға өйрәткән яҙмалар бар икән. 6 ғинуарҙа ныҡ иҫереү билдәләре булған 15 йәшлек үҫмерҙе дауаханаға килтерәләр.

Ә 15 ғинуарҙа дарыухананан рецептһыҙ дарыу һатҡандар. Аптекалағы видеояҙма һәм тауар чегы быны иҫбатлай. Һөҙөмтәлә ике 16 йәшлек үҫмер ныҡ ағыуланып дауаханаға килтерелә.

Был ике осраҡ буйынса ғәйеплеләргә ҡарата административ протокол төҙөлә. 

Стәрлетамаҡта булған хәл-ваҡиғалар республиканың бөтә район-ҡалаларына ла ҡағыла. Аптекаларҙа ошоғаса үҫмерҙәргә рецептһыҙ дарыу һатыусылар булған. Хәҙер улар был турала  иҫкәртелә.

Ата-әсәләргә балаларына иғтибарлы булырға, белем усаҡтарында ла аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Йәш быуынды юлдан яҙҙырырға ниндәй генә ысулдар тапмай яуыз уйлы кешеләр!?

Фото: ya.ru.

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас